Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Төбәктең Дәүләт Йыйылышы депутаттары профилле комитеттарҙа эшләй

Сәйәсәт

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был аҙнала профилле комитеттар ултырыштарын үткәрә.

15 ғинуарҙа БР Дәүләт Йыйылышының Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмалары буйынса комитеты (14.30), Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты (16.00) ултырыштары үтә.

16 ғинуарҙа БР парламентының Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты (10.00) һәм Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты (11.30) ултырыштар үткәрә.

17 ғинуарҙа көн дауамында Дәүләт Йыйылышының өс Комитеты ултырыштар ойоштора. 10 сәғәттә – Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет, 11 сәғәттә – Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет, 15 сәғәттә Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет депутаттары йыйыласаҡ.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы ултырышы 18 ғинуарға планлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть