11 декабрь, Йәкшәмбе

15 ғинуар 2013 йыл, 10:35

Башҡортостандың КВН командаһы Сочиға оса

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы йыйылма командаһы 15 ғинуарҙа Сочиға оса, унда КВН командалары араһында «КиВиН-2013» халыҡ-ара фестивале үтәсәк, тип хәбәр итте Башҡортостандың КВН клубы рәйесе Денис Недопекин.

— Беҙҙең команда фестивалдә тәүгә ҡатнаша, унда донъяның төрлө илдәренән 600-ҙән ашыу команданың ҡатнашыуы көтөлә. Башҡортостан йәштәре уңышлы сығыш яһап, Үҙәк лигаға эләгер, тигән ышаныстамын, — тип өҫтәне ул.

Йыйылма команда составына Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Учалы һәм Белорет ҡалаларынан 15 кеше инде.

Бығаса республика командаһының бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашҡаны булманы. 2012 йылдың көҙөндә БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса төбәктең КВН ассоциацияһына бүлмә бирелде. 2013 йыл бюджетына КВН хәрәкәтен үҫтереүгә аҡса һалынды.

Республиканың йыйылма командаһынан тыш халыҡ-ара фестивалдә Башҡортостан Республикаһының 2012 йылғы чемпионы – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалынан «Гудвин» командаһы һәм Иглин районынан «Люди от сохи» командаһы ҡатнашасаҡ. БДУ-ның Бөрө филиалынан һәм Борай районының «Сельсовет»ынан йәштәр бер команда булып сығыш яһаясаҡ.