10 декабрь, Шәмбе

15 ғинуар 2013 йыл, 9:54

Республиканың йәш сәсәндәре «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса көс һынашасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Республиканың ҡала һәм райондарында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр конкурсының беренсе этабына әҙерлек бара. Сара февралдә старт ала.

Быйыл бәйге 15-се тапҡыр үткәрелә. Уны ойоштороусылар булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты менән берлектә БР Мәғариф министрлығы сығыш яһай.

Ҡобайыр башҡарыусылар, сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, шулай уҡ башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлап ҡалыу һәм таратыу ижади бәйгенең төп маҡсаты булып тора.

Йола буйынса конкурста БР белем биреү учреждениеларынан, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡорт мәктәптәренән уҡыусылар һәм фольклор коллективтары ҡатнаша.

Беренсе этап ағымдағы йылдың 20 майына тиклем дауам итә. Район (ҡала) этабында еңеү яулаған йәш сәсәндәр июндә үтәсәк республика конкурсында ҡатнаша.

Былтыр Гран-приға Күмертау ҡалаһының республика политехник лицей-интернаты уҡыусыһы Инсаф Йәмилев лайыҡ булды.