7 декабрь, Шаршамбы

14 ғинуар 2013 йыл, 18:35

Туймазыла бокс буйынса БР Мәғариф министрлығы чемпиондары билдәләнде

автор: Дмитрий Слезин

Туймазы ҡалаһының «Олимпиясы» спорт комплексында 1999-2000 йылғы үҫмерҙәр араһында бокс буйынса БР Мәғариф министрлығы беренселеге үтте. Унда 18 команданан 100-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.

Команда иҫәбендә түбәндәгеләр еңеүсе тип табылды: 1.Октябрьский ҡалаһының 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе; 2. Туймазы ҡалаһының 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе; 3.Өфөнөң спорт йүнәлешендәге 5-се республика урта дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты .

Шәхси беренселектә түбәндәге спортсылар чемпион булды: 32 кг ауырлыҡ категорияһында — Нияз Ғиләжев (Туймазы); 34 кг — Фидан Ураҙбаев (Баймаҡ); 36 кг — Максим Зайцев (Октябрьский); 38,5 кг — Ғәзинур Күлбаев (Хәйбулла районы); 40 кг — Альберт Мостаев (Октябрьский); 41,5 кг — Эльвир Әхмәтшин (Туймазы); 43 кг — Азамат Миһранов (Учалы); 44,5 кг — Вадим Шәрәфетдинов (Октябрьский); 46 кг — Егор Нестеров (Белорет); 48 кг — Эдуард Самошкин (Ишембай); 50 кг — Артем Калинюк (Өфө); 52 кг — Алмаз Ғүмәров (Ишембай).

темалар: бокс