Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.81 ↑

EUR 69.70 ↓

26 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәк башлыҡтарының мәғлүмәти асыҡлығы рейтингында Рөстәм Хәмитов 35-се позицияны биләй

Сәйәсәт

«Милли мониторинг хеҙмәте» РФ субъекттары башлыҡтарының 2012 йыл йомғаҡтары буйынса мәғлүмәти асыҡлыҡ коэффициенты нигеҙендә медиа-рейтингын төҙөгән. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов унда 35-се позицияны биләй. Уның Волга буйы федераль округы субъекттарындағы коллегалары араһынан тик дүртәүһе генә яҡшы күрһәткестәргә эйә. Улар: Сергей Морозов (Ульяновск өлкәһе, рейтингта 8-се урын), Василий Бочкарев (Пенза өлкәһе, 17-се урын), Валерий Шанцев (Түбәнге Новгород өлкәһе, 28-се урын) һәм Александр Волков (Удмуртия, 29-сы урын). Ҡалған Волга буйы федераль округы субъекттары һәм Башҡортостанға күрше булған төбәктәр башлыҡтары Рөстәм Хәмитовтан күпкә артҡа ҡалған.

Йыл йомғаҡтары буйынса мәғлүмәти асыҡлыҡ йәһәтенән тәүге өс губернатор иҫәбенә Иваново өлкәһе губернаторы Михаил Мень, Вологда өлкәһе башлығы Олег Кувшинников һәм Магадан өлкәһе губернаторы Николай Дудов ингән.

Рейтинг 500-ҙән ашыу федераль һәм дүрт меңдән ашыу төбәк баҫма – телевидение, радио, баҫма матбуғат, мәғлүмәт агентлыҡтары һәм Интернет-киң мәғлүмәт сараларын тикшереү нигеҙендә әҙерләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть