8 декабрь, Кесе йома

14 ғинуар 2013 йыл, 17:21

Корея Халыҡ-Демократик Республикаһында Башҡортостандан сыҡҡан ике диңгеҙ пехотасыһының ҡәбере табылған

автор: Шамил Вәлиев

Корея Халыҡ-Демократик Республикаһының көньяғында, Чхонджин  ҡалаһының Комальсам түбәһендәге хәрби мемориалда Башҡортостандан сыҡҡан ике һалдат ерләнгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Исемләп атау!» проекты (Владивосток ҡалаһы, Приморье крайы) етәксеһе Галина Шайкова хәбәр итте.

Һүҙ Тымыҡ диңгеҙ флоты диңгеҙ пехотаһының 355-се айырым гвардия батальоны взводы командиры, гвардия лейтенанты Заҡуан Абдуллин тураһында бара. Ул 1938 йылда Саҡмағош район хәрби комассариаты менән «Кавказ» колхозынан саҡырыла һәм 1945 йылдың 15 авгусында Сейсин десант операцияһы барышында үҙенең взводын ҡамауҙан сығарып, һәләк була.

Сейсин операцияһы батырҙарының ҡәберлегендә ерләнгән йәнә бер яҡташыбыҙ – шул уҡ батальондың уҡсы-минометсыһы, Саҡмағош районының Иҫке Үҙмәш ауылынан сыҡҡан Фәйзулат Рафиҡов (фамилияһы «Рәхиев» тип яҙылырға ла мөмкин). Ул Сейсин ҡала-портын (Чхонджин) япон милитаристарынан азат иткәндә айырыуса батырлыҡ күрһәтә һәм 224-се бейеклекте алғанда яраланып һәләк була.

Ике яҡташыбыҙ ҙа үлгәндән һуң хәрби наградаларға тәҡдим ителгән.

Әлеге ваҡытта Саҡмағош районында һәләк булған диңгеҙ пехотасыларының туғандарын эҙләп табыу буйынса әүҙем эш алып барыла, уларҙың биографиялары тергеҙелә. Муниципаль район хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көндә гвардия лейтенанты Заҡуан Абдуллиндың тыуған урыны һәм һуғышҡа саҡырылған урыны тураһындағы архив материалдары дөрөҫләнгән. Иҫке Ҡалмаш ауылында уның туғандары табылған.

Киләсәктә был мәғлүмәттәр диңгеҙ пехотаһының 355-се айырым гвардия батальонының Хәтер китабына индереләсәк.