11 декабрь, Йәкшәмбе

14 ғинуар 2013 йыл, 15:36

Рене Фазель Өфөләге донъя чемпионаты өсөн Третьякка рәхмәт белдерҙе

автор: Дмитрий Слезин

Халыҡ-ара хоккей федерацияһы президенты Рене Фазель 26 декабрҙән 5 ғинуарға тиклем Өфөлә үткән йәштәр командалары араһында донъя чемпионатын ойошторғаны өсөн Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьякка рәхмәт белдерҙе.

Рәсәй Хоккей федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, рәсми хатта, атап әйткәндә, былай тиелә: «Был бик яҡшы ойошторолған, матур сара булды, унда ҡатнашыусылар сара хаҡында хәтирәләрҙе оҙаҡ йылдарға һаҡлап ҡаласаҡ».