9 декабрь, Йома

14 ғинуар 2013 йыл, 15:03

Туристар өсөн «Өфөнән – Башҡортостан буйлап» интернет-ресурсы булдырылды

автор: Любовь Колоколова

Өфө хакимиәте сайтының туристик-мәғлүмәт порталында булдырылған яңы бүлек «Өфөнән – Башҡортостан буйлап» тип атала. Унда Башҡортостандың һәм уның баш ҡалаһының төп туристик маршруттары, иҫтәлекле урындары, шифаханалары һәм ял йорттары тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт урынлаштырылған.

Республиканың иң популяр, ҡыҙыҡлы, инфраструктура йәһәтенән үҫешкән туристик зоналарын бер урынға туплау әлеге бүлектең төп маҡсаты булып тора. Ойоштороусылар фекеренсә, төбәктең барлыҡ туристик маршруттары үҙ-ара бәйләнгән. Республика тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Өфөлә генә булыу етмәй. Төбәгебеҙ уникаль тәбиғәт ландшафттарына бай. Бүлекте әҙерләүселәр һүҙҙәренсә, тәҡдим ителгән порталда республиканың туристик маршруттары тураһында төрлө мәғлүмәт алып, үҙеңә оҡшаған ял итеү төрөн һайларға мөмкин.