11 декабрь, Йәкшәмбе

14 ғинуар 2013 йыл, 12:49

Баш ҡаланың вакансиялар банкында – 12 меңдән ашыу эш урыны

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң вакансиялар банкында бөгөнгө көндә 12 меңдән ашыу буш эш урыны иҫәпләнә. 2013 йыл башынан алып Башҡортостан баш ҡалаһының «вакантлы» банкында йәмғеһе 13 меңгә яҡын урын иҫәпләнде.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалала эшһеҙлек кимәле 1,31 процент тәшкил итә. Көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәр менән вакансиялар нисбәте 0,63-кә тиң.

Әлеге ваҡытта халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә 7600-гә яҡын өфөлө иҫәптә тора, уларҙың 7300-ҙән ашыуы – эшһеҙ.