5 декабрь, Дүшәмбе

14 ғинуар 2013 йыл, 12:40

Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттары өс йыллыҡ бюджетты ваҡытында ҡабул итте

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостандың барлыҡ райондары һәм ҡалалары яңы йылды раҫланған бюджет менән башланы.

Бюджеттар бер юлы өс йылға тәүгә билдәләнде. РФ Бюджет кодексына ярашлы, төп финанс документтар сираттағы йылдың 1 ғинуарына тиклем ҡабул ителергә тейеш. Муниципалитеттар был бурысты үтәне, тип хәбәр иттеләр БР Финанстар министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.