Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнөң «Дуҫлыҡ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле халыҡ-ара фестивалдә Гран-при яуланы

Йәмғиәт

Өфөнөң «Дуҫлыҡ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Санкт-Петербургта үткән «Раштыуа алдынан» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурсында Гран-при яуланы.

Бәйгелә ижади коллектив «Шатлыҡ» һәм «Бөркөттәр иле» тип аталған ике башҡорт бейеүен тәҡдим итте.

Өфө ансамбле барыһын да сағыу постановкаһы, матур костюмдары һәм ташып торған дәрте менән таң ҡалдырҙы, тип билдәләй жюри ағзалары.

Ансамблдең художество етәксеһе Альбина Нуриманова «Фестивалдең иң яҡшы балетмейстеры» дипломына лайыҡ булды.

Конкурста 20 ҡаланан 300-гә яҡын ҡатнашыусы сығыш яһаны. Улар инструменталь, вокаль, театр һәм хореография сәнғәте номинацияларында көс һынашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть