9 декабрь, Йома

14 ғинуар 2013 йыл, 11:23

Февраль аҙағынаса Башҡортостан аграрийҙары ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөүгә аҡса аласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда фермерлыҡ хужалыҡтарына, инвестиция проекттарына ярҙам итеү, йәш белгестәрҙе ауылға йәлеп итеү, шулай уҡ республиканың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программаларҙы тормошҡа ашырыу 2013 йылда ла өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып ҡала.

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко һүҙҙәренсә, 2013 йылда республикала элиталы орлоҡсолоҡҡа ярҙамға, күп йыллыҡ үҫемлектәр ултыртыуға һәм уларҙы ҡарауға, химиялаштырыу саралары һатып алыуға, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреүгә, кредиттар буйынса проценттарҙы түләүгә һәм уңышты страховкалауға средстволар бүленәсәк. Шулай уҡ төбәктә тәүгә «гектарлап субсидиялау» индерелә, был үҫемлектәрҙе һаҡлау средстволарын һәм ашламалар һатып алыуҙы субсидиялауҙы, шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдарына ташламаларҙы алмаштырасаҡ.

Малсылыҡта иһә һөткә субсидиялар, тоҡомло малсылыҡ, йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ тармаҡтарына, малсылыҡ фермаларына ярҙам һәм яңы эш башлаған фермерҙарға гранттар һаҡланып ҡаласаҡ.

Ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөүгә федераль бюджеттан бүленгән аҡсалар февраль аҙағынаса төбәккә йүнәлтеләсәк, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.