Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хоҡуҡ һаҡлау органдары учреждениеһына 291 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән тантаналы сарала ҡатнашып, республика прокурорҙарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

— Һәр яңы йыл рәсми рәүештә Прокуратура көнө менән асыла. Һәм был ҡәтғи рәүештә закон сиктәрендә йәшәргә кәрәк тигәнде аңлата. Һеҙҙең хеҙмәт 300 йылға яҡын хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итә. Бөгөн прокуратура иҡтисад, экология өлкәләрендә енәйәтселек, закон боҙоуҙар менән көрәшеү, коррупцияға ҡаршы эш алып барыу, дәүләт һәм шәхси милекте һаҡлау кеүек йүнәлештәргә контроллек итә. Һеҙҙең эшмәкәрлек хоҡуҡи һәм ижтимағи тотороҡлоҡто нығытыуға булышлыҡ итә, — тип билдәләне республика башлығы.

Прокуратура органдары ветерандарының ҡаҙаныштарын билдәләп, Президент айырыуса уңыштарға өлгәшкән хеҙмәткәрҙәргә наградалар тапшырҙы. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» исеменә түбәндәгеләр лайыҡ булды: БР прокуроры Сергей Хуртин, БР Прокуратураһының бүлек начальнигы Рәмил Ахунов, Бишбүләк районы прокуроры Александр Данилов, Өфө ҡалаһы Киров районы прокуроры Роберт Йәркәев. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән Кушнаренко районы прокуроры Илһам Хәбибуллин наградланды. Башҡортостан Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән Йылайыр районы прокуроры Андрей Надёжкин, Өфө ҡалаһы Калинин районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы Розалия Петрова, Благовар районы прокуроры Айҙар Солтанов бүләкләнде.

Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев закон сығарыу эшмәкәрлегендә айырыуса ҡаҙаныштарға өлгәшкән прокуратура хеҙмәткәрҙәрен БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай наградалары менән бүләкләне. Сергей Хуртин шулай уҡ үҙенең хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарға ведомство наградаларын — «Законға тоғролоҡ өсөн», «Хеҙмәткә тоғролоҡ өсөн» билдәләрен тапшырҙы.

Хеҙмәттәштәрен һөнәри байрам менән Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин, Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығы начальнигы Виктор Палагин, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Виктор Шалыгин ҡотланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть