Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Бөрйән районында иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы билдәләнде

Йәмғиәт

Бөрйән районының Мәҙәниәт һарайында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы- 2013» конкурсының финалы үтте.

Иң яҡшы уҡытыусы исеменә Иҫке Собханғол, Әбделмәмбәт, Ырғыҙлы, Байназар һәм Аҫҡар ауылы педагогтары көс һынашты. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла яҡшы әҙерләнгән. Һөҙөмтәлә Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Рәсимә Баязитова еңеүсе тип танылды.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, конкурста ҡатнашыу уҡытыусының шәхси һәм профессиональ үҫешенә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә барлыҡ коллективтың үҫешенә йоғонто яһай, сөнки һәр ҡатнашыусыға ярышҡа әҙерләнергә бөтә коллектив ярҙам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть