6 декабрь, Шишәмбе

11 ғинуар 2013 йыл, 16:23

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе ете йәш ғаилә торлаҡ сертификаттары алды

автор: Арина Рәхимҡолова

Яңы йыл байрамдары осоронда Ҡырмыҫҡалы районынан ете йәш ғаилә торлаҡ һатып алыуға социаль түләүҙәр алды. Уларҙың барыһы ла – торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса республика программаһында ҡатнашыусылар.

Ғаиләләргә торлаҡ сертификаттарын тапшырып, муниципаль район хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Ильмира Ғәлиәхмәтова йәштәр проблемаларының һәр ваҡыт власть органдары иғтибары үҙәгендә булыуын билдәләне.

Бәхетле парҙар, үҙ сиратында, район хакимиәтенә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн субсидия алыуға сертификаттар 2011-2015 йылдарға иҫәпләнгән «Торлаҡ» маҡсатлы федераль программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә тапшырыла.