3 декабрь, Шәмбе

11 ғинуар 2013 йыл, 15:47

Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәрендә 2013 йылда контракт буйынса 5,5 меңдән ашыу кеше хеҙмәт итәсәк

автор: Әлим Фәйезов

2013 йылда Үҙәк хәрби округы хәрби частарға, шул иҫәптән Башҡортостанда урынлашҡан частарға контракт буйынса хеҙмәт итергә 5,5 меңдән ашыу кешене йүнәлтергә планлаштыра, тип хәбәр иттеләр Үҙәк хәрби округының матбуғат хеҙмәтенән. Үткән йылдағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был ике тапҡырҙан ашыуыраҡҡа күберәк. Былтыр Үҙәк хәрби округы контракт буйынса хеҙмәт итергә 2,6 мең кешене йүнәлткән.

2012 йылдың 1 сентябренән контракт буйынса хәрби хеҙмәткә граждандар һайлап алыу менән махсус пункттар шөғөлләнә, хәрби комиссариаттар менән берлектә улар кандидаттарға психологик тестар һәм медицина тикшереүе үткәрә. Әлеге ваҡытта Үҙәк хәрби округы биләмәһендә бындай 25 пункт эшләп килә, уларға үткән йылдың дүрт айы эсендә 10 меңән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән.