8 декабрь, Кесе йома

11 ғинуар 2013 йыл, 14:42

Өфө мәктәптәре уҡыусыларҙы йөрөтөү өсөн 14 яңы автобус алды

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Өфөлә мәктәп директорҙарына 14 автобустан асҡыстар тапшырыу тантанаһы үтте. БР Мәғариф министрлығы менән бүленгән транспорт балаларҙы Өфөгә яҡын урынлашҡан ауылдарҙан баш ҡала мәктәптәренә йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән. Көн һайын уларҙа 400-ҙән ашыу бала йөрөйәсәк.

Мәғариф министры Әлфис Ғаязов билдәләүенсә, техника «Мәғариф» милли проекты ярҙамында һатып алынған.

— Былтыр дөйөм белем биреү системаһын яңыртыу программаһы буйынса республика 2 миллиард 133 миллион һум аҡса алды. Был средстволарҙың күпселек өлөшө белем биреү селтәренең инфраструктураһын яҡшыртыуға йүнәлтелде, шул иҫәптән мәктәп автобустары һатып алыуға байтаҡ аҡса бүленде, — тип билдәләне министр.

Уның һүҙҙәренсә, белем биреү системаһын яңыртыу программаһы быйыл да дауам ителәсәк. Яҡынса 1 миллиард 600 миллион һум күләмендә финанслау көтөлә. Был средстволарҙың бер өлөшө йәнә транспорт һатып алыуға йүнәлтеләсәк, тип ышандырҙы Әлфис Ғаязов.

Мәктәптәргә тапшырылған автобустар балалар именлеген тәьмин итеү өсөн барлыҡ талаптарға ярашлы йыһазландырылған. Өфө ҡалаһы Совет районының 7-се мәктәбенә тапшырылған «ГАЗель» микроавтобусы инвалид балаларҙы йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән.

— Өфө 720 квадрат километр майҙанды биләй, был территорияла алыҫ урынлашҡан 24 ауыл бар. Шуға күрә, әлбиттә, балаларҙы белем биреү учреждениеларына йөрөтөү генә түгел, ә уларҙы экскурсиялар, олимпиадалар, спорт ярыштары һәм театрҙарға алып барыу мәсьәләһе лә килеп тыуа, — тине Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. Уның һүҙҙәренсә, транспортҡа эйә булыу был мәсьәләне хәл итергә ярҙам итәсәк.

Яңы автобустар Дим районының 101-се һәм 102-се мәктәптәренә, Калинин районының 105-се гимназияһына, Киров районының 14-се һәм 34-се мәктәптәренә, Октябрь районының 147-се мәктәбенә, Орджоникидзе районының 61-се һәм 125-се мәктәптәренә һәм Совет районының 7-се мәктәбенә тапшырылды.