8 декабрь, Кесе йома

11 ғинуар 2013 йыл, 13:39

«Берҙәм Рәсәй» балаларға Раштыуа байрамы бүләк итте

автор: Арина Рәхимҡолова

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе Республика балалар клиник дауаханаһының онкология бүлегендә дауаланған балалар өсөн Раштыуа байрамы үткәрҙе, тип хәбәр итә ER.RU.

«Раштыуаға мөғжизә» акцияһы сиктәрендә балаларға ҡунаҡҡа шаян клоундар, бейеүселәр килде. Һәм, әлбиттә, һәр балаға бүләктәр тапшырылды.

– Балаларға һәр ваҡыт шатлыҡ бүләк итергә кәрәк. Ә бында айырым контингент – ҡаты ауырыуҙар менән сирләгән сабыйҙар. Шуға күрә улар беҙҙең иғтибарға, йылы мөнәсәбәткә мохтаж. Бындай балаларҙы бер үк байрамһыҙ ҡалдырырға ярамай, — тине БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы рәйесе урынбаҫары Альбина Буранғолова.

Әлеге ваҡытта Республика балалар клиник дауаханаһының онкология бүлегендә 32 бала дауалана. Нигеҙҙә, был 5-8 йәштәрҙәге сабыйҙар.

– «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе «Балалар онкологияһы» партия проекты башланағысы менән сығыш яһаны. Һәр бала өсөн шәхси дауалау программаһы булдырылыуын, уларҙың Рәсәйҙең иң яҡшы дауалау учреждениеларында сәләмәтлеген нығытыуын һәм һәр береһенең шәхси кураторы булыуын теләйбеҙ, — тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Һаулыҡ» проектының Башҡортостандағы координаторы Валентин Павлов.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты баш белгесе Артур Фәсхетдинов билдәләүенсә, балалар онологияһы – етди проблема.

– Был мәсьәләгә артабан да ҙур иғтибар бүләсәкбеҙ. Республика балалар клиник дауаханаһы етәкселеге менән эшләүҙе дауам итергә, онкология сирле балаларҙы дауалауға, уларға ярҙам күрһәтеүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә артабан да булышлыҡ итергә планлаштырабыҙ, — тине Артур Фәсхетдинов.