11 декабрь, Йәкшәмбе

11 ғинуар 2013 йыл, 11:49

Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә яңы китап баҫылып сыҡты

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Фәйзи Ғәскәров. Тормошо һәм ижады» китап-альбомы баҫылып сыҡты. Төҙөүсеһе – Һөйөндөк Сәйетов.

Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәров (1912 – 1984) – беренсе башҡорт профессиональ бейеүсеһе һәм балетмейстер, Башҡортостандың сәхнә бейеү сәнғәтенә нигеҙ һалыусы. Данлыҡлы Игорь Моисеевтың уҡыусһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ бейеүҙәре ансамблен (әлеге ваҡытта – БР Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле) булдырған.

Фәйзи Ғәскәров «БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» (1944), «РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» (1955) исемдәренә лайыҡ, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты (1967), «Почет билдәһе» ордены (1967) менән наградланған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2012 йыл ансамбль солистары һәм бейеү сәнғәтенә битараф булмаған барлыҡ кешеләр өсөн Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 100 йыл тулыу билдәһе аҫтында үтте. Яңы китап ошо ваҡиға айҡанлы баҫылып сыҡты.