7 декабрь, Шаршамбы

11 ғинуар 2013 йыл, 11:00

Башҡортостан Президенты медиа-һөҙөмтәлелек буйынса тәүге егерме РФ субъекты башлығы иҫәбенә инде

автор: Алик Шакиров

РФ субъекттары башлыҡтарының 2012 йыл йомғаҡтары буйынса медиа-һөҙөмтәлелек индексы нигеҙендә «Милли мониторинг хеҙмәте» менән әҙерләнгән медиа рейтингында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов егерменсе позицияны биләй. Уның Волга буйы федераль округындағы һәм күрше төбәктәрҙәге коллегаларының позициялары түбәндәгесә: Удмуртия башлығы Александр Волков – 39-сы, Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов – 38-се, Силәбе өлкәһе губернаторы Михаил Юревич – 34-се, Пенза губернаторы Василий Бочкарев – 28-се, Сыуашстан менән Мордовия башлыҡтары Михаил Игнатьев һәм Владимир Волков – шул тәртиптә, 27-се һәм 23-сө, Кемерово өлкәһе губернаторы Аман Тулеев – 25-се урындарҙа. Мәскәү мэры Сергей Собянин рейтингта 22-се позиция биләй.

Медиа-һөҙөмтәлелектең юғары күрһәткестәренә Мәскәү өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Андрей Воробьев, Мурманск өлкәһе башлығы Марина Ковтун һәм Тула өлкәһе губернаторы Владимир Груздев ирешкән.