Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Хәйбулла районында 2012 йылда 525 сабый тыуған

Йәмғиәт

Хәйбулла районында 2012 йылда 525 сабый – 255 малай һәм 270 ҡыҙ тыуған. Бындай мәғлүмәттәр менән райондың ЗАГС бүлеге таныштыра. 171 сабый ғаиләлә – беренсе, 185-е – икенсе, 107-һе – өсөнсө һәм 60 сабый дүртенсе бала булып донъяға килгән. Алты ғаиләлә игеҙәктәр тыуған.

Үткән йылда районда 438 кеше, шул иҫәптән 245 ир һәм 193 ҡатын-ҡыҙ үлгән. Шулай итеп, халыҡтың тәбиғи артыуы 87 кеше тәшкил иткән.

Хәйбулла районында даими йәшәүсе халыҡ иҫәбе 2013 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 32975 кеше тәшкил иткән.

Йыл эсендә 277 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән, 103 айырылышыу теркәлгән. 13 кеше исемен алмаштырырға теләк белдергән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть