5 декабрь, Дүшәмбе

10 ғинуар 2013 йыл, 17:18

Рөстәм Хәмитов Өфөләге шәхси бала баҡсаһында булды

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов кесе йома, 10 ғинуарҙа, Өфөнөң Достоевский урамындағы шәхси бала баҡсаһында булды. Был визит шәхси мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының эшмәкәрлеге менән танышыу һәм уның проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторолдо. Бала баҡсаһы хужаһы Эвелина Северина был мәсьәләләр хаҡында Президент Хакимиәтенә яҙған. Уның һүҙҙәренсә, учреждение 2009 шәхси предприятие булараҡ асылған. «Беренсе ҡатта урынлашҡан 56 квадрат метрлыҡ фатирҙың майҙанын 74 квадрат метрға тиклем ҙурайтып, унан бала баҡсаһы эшләнек. Шулай итеп, әлеге ваҡытта учреждениела ике уйын бүлмәһе, берәр йоҡо, аш-һыу һәм ванна бүлмәһе бар. Аш әҙерләргә әсәйем ярҙам итә, продукттар һатып алыу, ремонт эштәрен башҡарыу һәм барлыҡ техника тормош иптәшем өҫтөндә. Сабыйҙар менән шөғөлләнергә бала ҡараусы ярҙам итә. Төркөмдә 1,5-4,5 йәштәрҙәге 20 бала тәрбиәләнә», — тип һөйләне Эвелина.

Осрашыуҙа ҡатнашҡан Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Президентҡа хәбәр итеүенсә, ҡалала бындай 54 бала баҡсаһы бар.

Президент билдәләүенсә, шәхси бала баҡсалары системаһын үҫтереү мөһим.

— Бөгөнгө көндә республикала 3-6 йәштәрҙәге 195 мең бала иҫәпләнә, Өфөлә ете йәшкә тиклемге балалар һаны 80 меңгә етә. Фаразлауҙар буйынса, 2016 йылға мәктәпкәсә йәштәге балалар һаны 225 мең тәшкил итәсәк. Үткән йылда 58 мең сабый тыуған, һуңғы 20 йыл эсендә был иң яҡшы күрһәткес, 1991 йыл кимәле. Белгестәр 2020 йылға тиклем демографик үҫеш вәғәҙәләй. Барлыҡ был сабыйҙарға бала баҡсалары кәрәк буласаҡ һәм дәүләт учреждениелары төҙөп кенә мәсьәләне хәл итеп булмаясаҡ. 2012 йылда республика 5 миллиард һум аҡса тотондо, һөҙөмтәлә 10 меңгә яҡын яңы урын барлыҡҡа килде. Дәүләт учреждениеһында бер урын 500-700 мең һумға төшә. Шәхси бала баҡсаһына килгәндә, әгәр мэрия 100 квадрат метрлыҡ фатирҙы 4 миллион һумға һатып алып, 15 урынлыҡ бала баҡсаһы ойоштороу өсөн уны шәхси кешеләргә тапшырһа, ул ваҡытта бер урын яҡынса 260 мең һум торасаҡ, был ике тапҡырға кәмерәк.

Өфө хакимиәте башлығы хәбәр итеүенсә, элекке мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары биналарын кире ҡайтарыу дауам итә.

Рөстәм Хәмитов ҡала башлығына шәхси бала баҡсалары менән эшләү схемаһын тикшереп, артыҡ мәшәҡәттәрҙе бөтөрөргә ҡушты. Президент һүҙҙәренсә, эшлекле инициативалар юлында кәртәләр булдырыу чиновниктар енәйәтенә тиң. «Беҙгә мөрәжәғәт итеп дөрөҫ эшләгәнһегеҙ, беҙ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү өсөн эшләйбеҙ», — тине республика башлығы йәш эшҡыуарға. Осрашыу аҙағында Президент бала баҡсаһына уйынсыҡтар бүләк итте.