Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәк парламентарийҙары «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы законға ете төҙәтмә индерҙе

Сәйәсәт

«Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы Федераль закон ҡабул ителгәндә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән индерелгән ете төҙәтмә хупланды. Республика парламентарийҙары «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы Федераль закон проектына йәмғеһе 17 төҙәтмә индерҙе.

Урындағы бюджеттарға субвенциялар биреү юлы менән муниципаль мәктәптәрҙә балаларға өҫтәмә белем биреүҙе тәьмин итеүгә хоҡуҡ буйынса төҙәтмә закон менән нығытылды. Бында, биналарҙы төҙөк хәлдә тотоуға сығымдар һәм коммуналь сығымдарҙан тыш, хеҙмәт хаҡын түләү, дәреслектәр һәм пособиелар, белем биреү саралары, уйындар, уйынсыҡтар һатып алыу инә, тип хәбәр иттеләр БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән.

Йәнә бер төҙәтмә муниципаль белем биреү ойошмаһын ҡайтанан ойоштороу йәки ябыу тәртибен анығыраҡ формалаштырыуға бәйле. Һөҙөмтәлә мәғариф учреждениеһын ябыу тураһындағы ҡарар ҡабул ителгәндә халыҡ фекере иҫәпкә алынасаҡ. Федераль парламент был тәҡдимде лә хупланы.

Шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышының инвалид балалар өсөн юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә ташламаларҙы һаҡлап ҡалыуға ҡағылышлы һәм башҡа төҙәтмәләре ҡабул ителде.

«Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы Федераль закон 2013 йылдың 1 сентябренән үҙ көсөнә инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть