Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

БР мәҙәниәт министрының яңы урынбаҫары тәғәйенләнде

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының яңы урынбаҫары итеп Шамил Абдраҡов тәғәйенләнде. Бығаса ул Салауат музыка колледжына етәкселек итте.

Бөгөн Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әмина Шафиҡова ведомствоға ҡараған учреждение етәкселәрен яңы министр урынбаҫары менән таныштырҙы.

Абдраҡов Шамил Фаил улы 1980 йылда Мәләүездә тыуған. Салауат музыка училищеһын, Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай. БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «юриспруденция» белгеслеге буйынса уҡый.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылда Мәләүез районы һәм ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә белгес булып башлай. Артабан шунда уҡ йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе, мәҙәниәт бүлеге начальнигы булып эшләй. 2012 йылдан – Салауат музыка колледжы директоры.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть