Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Берлинда «Йәшел аҙна» күргәҙмәһе үтәсәк

Иҡтисад

2013 йылдың 18-27 ғинуарында Германияның баш ҡалаһында 78-се «Йәшел аҙна-2013» («Green Week», «Grüne Woche») халыҡ-ара күргәҙмә-йәрминкәһе үтә.

Был абруйлы агрофорум Германияла 1926 йылдан башлап йыл һайын үткәрелә. «Йәшел аҙна» ауыл хужалығы ҡаҙаныштарының, аҙыҡ-түлек тауарының һәм баҡсасылыҡтың үҙенсәлекле күргәҙмәһенә әйләнде.

Быйылғы форумда 40 илдән рәсми делегациялар, ауыл хужалығы министрҙары, донъяның алдынғы аграр һәм аҙыҡ-түлек концерны топ-менеджерҙары һәм эксперттары ҡатнашасаҡ.

Күргәҙмә-йәрминкә сиктәрендә 300-ҙән ашыу төрлө симпозиум, семинар, форум үткәреү планлаштырыла.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Йәшел аҙна»ла Башҡортостан исеменән «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сығыш яһаясаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек был ҙур сарала 56 илдән 1624 экспонент тәҡдим ителгәйне. Күргәҙмәлә 420 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Төрлө йылдарҙа агрофорумда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн «Йәшел аҙна» халыҡ-ара күргәҙмәһенең иҫтәлекле миҙалдары менән Башҡортостан Хөкүмәте, БР Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Бәләбәй һөт комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, шулай уҡ Башҡорт дәүләт аграр университетының биология, умартасылыҡ һәм һунарсылыҡ кафедраһы бүләкләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть