5 декабрь, Дүшәмбе

10 ғинуар 2013 йыл, 12:45

Өфөнөң 14 мәктәбендә 2013 йылда ҡаршылыҡһыҙ белем биреү мөхите булдырыласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

2013 йылда Өфөнөң 14 мәктәбендә барлыҡ балалар өсөн уңайлы белем биреү мөхите булдырыласаҡ. Өфөнөң Мәғариф идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был проект 2011-2015 йылдарға «Уңайлы мөхит» дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге программа ярҙамында Өфөлә 2012 йылда 12 мәктәптә белем биреү өсөн универсаль мөхит булдырылған. Проект муниципалитет менән ҡушып финанслау шарттарында тормошҡа ашырыла.

Муниципаль мәғариф системаһының бөтә кимәлдәрендә белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе уңайлыраҡ итеү ағымдағы йылдың йәнә бер мөһим маҡсаты булып тора. Уны мәғариф учреждениелары, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары, шәхси бала баҡсалары селтәрен киңәйтеү иҫәбенә үтәү планлаштырыла.

2013 йылда белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеү сифатын яҡшыртыуға, балалар һәм үҫмерҙәрҙең ялын ойоштороуға, башланғыс класс уҡыусыларын Федераль дәүләт белем биреү стандарты буйынса уңышлы уҡытыу өсөн шарттар булдырыуға, дөйөм мәктәптә Федераль дәүләт белем биреү стандартын индереү буйынса әҙерлек эштәрен ойоштороуға айырыуса ҙур иғтибар бүленәсәк.

Һәләтле балаларҙы асыҡлау, уларға белем биреү, ярҙам итеү системаһы камиллаштырыласаҡ, бындай балалар менән эшләү буйынса квалификациялы кадрҙар әҙерләү дауам итәсәк.