3 декабрь, Шәмбе

10 ғинуар 2013 йыл, 11:32

Өфө ҡалаһы Совет районының иң яҡшы эмблемаһына конкурс иғлан ителде

автор: Любовь Колоколова

Ағымдағы йылдың яҙында Өфө ҡалаһының Совет районы үҙенең 75 йыллығын билдәләй. Ошо айҡанлы район хакимиәте иң яҡшы эмблемаға конкурс иғлан итте.

Совет районының мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, бәйгелә ҡатнашыусыларға райондың тарихына мөрәжәғәт итеү, уның үткәненә һәм бөгөнгөһөнә, иҫтәлекле урындарына, һәйкәлдәренә, мәҙәниәт объекттарына, ҡаҙаныштарына байҡау яһау тәҡдим ителә.

Конкурста еңеүселәрҙе биш мең һум күләмендә аҡсалата премия көтә, ә ҡатнашыусылар дипломдар менән бүләкләнәсәк.

Эштәр 15 февралгә тиклем Өфө ҡалаһы, Революцион урамы, 111 адресы буйынса 202-се бүлмәлә ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 273-33-17.