11 декабрь, Йәкшәмбе

10 ғинуар 2013 йыл, 10:57

2012 йылда Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте ярҙамында яҡынса 21000 өфөлө эшкә урынлашҡан

автор: Галина Бахшиева

2012 йылда Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте ярҙамында 21000 кеше эшкә урынлашҡан. Йәнә 2300-ҙән ашыу кеше бөгөн хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә ҡайтанан бушлай уҡытырға ебәрелгән.

«Башинформ» агентлығына баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге – йәштәр хеҙмәт биржаһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йылда 15700-ҙән ашыу кеше эшһеҙ тип танылған. Эш эҙләүселәр сифатында 22000 өфөлө иҫәпкә ҡуйылған. Был ваҡыт эсендә 17 меңдән ашыу эшһеҙ иҫәптән төшкән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөнгө көндә Өфөлә рәсми рәүештә теркәлгән 7500 эшһеҙ иҫәпләнә. Баш ҡаланың вакансиялар банкында яҡынса 11500 буш эш урыны тураһында мәғлүмәт бар.