Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 2013 йылда күп балалы ғаиләләрҙән 13 меңгә яҡын сабый өҫтәмә пособие аласаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостанда 2013 йылдың 1 ғинуарынан йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан, йәғни 5600 һумдан, кәмерәк булған күп балалы ғаиләләр 1,5-3 йәштәге һәр өсөнсө һәм унан һуңғы балаға өс мең һум күләмендә ай һайын аҡсалата түләү аласаҡ.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай түләүҙе яҡынса 13 мең бала аласаҡ. Был маҡсаттарға 2013 йылда 230 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә.

Бынан тыш, яңы йылда күп балалы ғаиләләр өсөн физкультура-сәләмәтләндереү һәм мәҙәниәт учреждениеларына йөрөүгә, шулай уҡ йәмәғәт транспортында йөрөүгә льготалар аҡсаға әйләндерелә. Был маҡсаттарға өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән һәр ғаилә ай һайын 410 һум аҡса аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть