Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала 2013 йыл башынан алып 25 мең тоннанан ашыу һөт етештерелгән

Иҡтисад

Яңы йылдың тәүге көндәрендә Башҡортостанда тулайым һауым 25 мең тоннанан ашҡан. Шуларҙың 11 мең тоннанан ашыуы ауыл хужалығы предприятиеларына һәм фермер хужалыҡтарына тура килә. Был ваҡыт эсендә йәмғеһе 10400 тоннаға яҡын һөт һатылған, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яңы йыл байрамдарында республика хужалыҡтарында һәр һыйырҙан көнөнә уртаса 8,6 килограмм һөт һауып алынған. 2012 йыл башы менән сағыштырмаса был 300 грамға күберәк.

Иң күп һөт был көндәрҙә Саҡмағош, Дүртөйлө, Өфө, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Туймазы, Тәтешле һәм Учалы райондарында һауып алынған. Бында көнөнә бер һыйырҙан 10,1-14,3 килограмм һөт һауалар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть