Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Нуриман районында етем балалар фатирҙарҙан асҡыстар алды

Йәмғиәт

Нуриман районында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларға фатирҙарҙан асҡыстар тапшырылды. Павловка, Никольское, Яңы Бүрес, Саруа, Бәрйәү ауылдарынан ҡыҙҙар һәм егеттәр торлаҡҡа эйә булды.

Туғыҙ етем бала фатирҙарҙы Павловка ауылында төҙөлгән яңы социаль йорттан алһа, өс фатир икенсел торлаҡ баҙарында һатып алынған.

Был мөһим ваҡиға менән йәштәрҙе район хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин ҡотланы. Уның һүҙҙәренсә, етем балаларҙың торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау өкәһендәге ҡануниәт йылдан йыл камиллаша бара, уларға торлаҡ һатып алыу өсөн средстволар күләме арта. 2011 йылда Нуриман районына республика бюджетынан ике миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, уларға етем балалар өсөн дүрт фатир һатып алынған. 2012 йылда республика һәм федераль бюджеттарҙан туғыҙ миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, уларға 12 фатир һатып алынған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть