5 декабрь, Дүшәмбе

09 ғинуар 2013 йыл, 12:35

2012 йылда Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте эш эҙләүселәргә 128000 вакансия тәҡдим иткән

автор: Галина Бахшиева

Үткән йылда Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә эш тәҡдим итеүселәр яҡынса 128000 вакансия тураһына мәғлүмәт тәҡдим иткән. Әлеге ваҡытта Башҡортостан баш ҡалаһының вакансиялар банкында 10400-ҙән ашыу буш эш урыны иҫәпләнә, уларға яҡынса 7500 эшһеҙ өфөлө дәғүә итә.

Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә йәмғеһе 7600-ҙән ашыу кеше иҫәптә тора.

Рәсми эшһеҙлек кимәле, баш ҡаланың хеҙмәт биржаһы мәғлүмәттәре буйынса, 1,33 процент тәшкил итә. Көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәр менән вакансиялар нисбәте Өфөлә 0,66-ға тиң, тип хәбәр иттеләр ҡаланың Халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенән.