6 декабрь, Шишәмбе

09 ғинуар 2013 йыл, 12:15

Башҡортостанда Яңы йыл байрамдарында юлдарҙа 15 кеше һәләк булған

автор: Ольга Мортазина

Яңы йыл каникулдарында республикала 87 ҙур юл-транспорт фажиғәһе булған: 15 кеше һәләк булған, 126 кеше йәрәхәт алған. Был хаҡта үҙенең блогында Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов хәбәр итте. Полиция полковнигы билдәләүенсә, иң ауыр авариялар үткән йылдың һуңғы көндәрендә булған. 30 декабрҙә 8 кеше һәләк булған һәм 50 кеше йәрәхәт алған. Тиҙлекте арттырыу һәм ҡаршы юлға сығыу аварияларҙың төп сәбәбе булып тора.

Һуңғы ял көнөндә юлдарҙа үлем осраҡтары теркәлмәгән. 8 ғинуарҙа туғыҙ аварияла 10 кеше йәрәхәтләнгән, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.