3 декабрь, Шәмбе

09 ғинуар 2013 йыл, 11:12

Өфө «Рәсәй ҡалаһы. Милли һайлау-2012» конкурсының тәүге ун ҡалаһы иҫәбенә инде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфө «Рәсәй ҡалаһы. Милли һайлау-2012» конкурсының тәүге ун ҡалаһы иҫәбенә инде. 60023 тауыш йыйып, Башҡортостан баш ҡалаһы рейтингтың һигеҙнсе баҫҡысын биләне. Интернет-проектта йәмғеһе 7 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты.

Интернет-тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Смоленск яуланы (285805 тауыш). Псков, Иркутск, Бөйөк Новгород, Чебоксар, Улан-Удэ, Төмән ҡалалары ла шулай уҡ алдынғылар рәтендә.

«Рәсәй ҡалаһы» — илдең иң танылған, абруйлы ҡалаларын һайлауға йүнәлтелгән проект. Рейтингка Рәсәйҙең барлыҡ ҙур административ үҙәктәре – йәмғеһе 81 ҡала инде.

Город-россии.рф сайтында ҡалаларҙың тарихы һәм мәҙәниәте, иҫтәлекле урындары һәм архитектура ҡомартҡылары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт, фотоһүрәттәр урынлаштырылған.