7 декабрь, Шаршамбы

09 ғинуар 2013 йыл, 10:23

Баш ҡалала 2013 йылдың тәүге вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

2013 йылдың тәүге вакансиялар йәрминкәһе Өфөлә 17 ғинуарҙа үтә. Вакантлы урындарҙы эш эҙләүселәргә Башҡортостан баш ҡалаһының сәнәғәт предприятиелары тәҡдим итәсәк.

Сараны ойоштороусы булып Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге – йәштәр хеҙмәт биржаһы сығыш яһай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҡыу һәм эш урындары вакансиялары йәрминкәһендә, милек формаһына һәм иҡтисади эшмәкәрлек төрөнә ҡарамай, кадрҙар һайлап алыуға мохтаж булған барлыҡ эш биреүселәр ҙә ҡатнаша ала.

Йәрминкә Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса үткәрелә. Башлана – 10 сәғәттә.