6 декабрь, Шишәмбе

09 ғинуар 2013 йыл, 10:10

VII «Иң яҡшы төбәк гәзите-2012» бөтә Рәсәй конкурсына эштәр ҡабул ителә башланы

автор: Алик Шакиров

Бөтә донъя редакторҙар форумы (World Editors Forum, WEF), Халыҡ-ара журналистика үҙәге һәм «РИА Новости» ярҙамында «Новая Евразия» фондының Киң мәғлүмәт сараларына ярҙам программаһы Бойондороҡһоҙ төбәк баҫмалары ассоциацияһы менән берлектә VII «Иң яҡшы төбәк гәзите – 2012» бөтә Рәсәй һөнәри конкурсына эштәр ҡабул итә башланы.

Бәйгегә 2012 йылда баҫылған эштәр ҡабул ителә. Еңеүселәр киләһе номинациялар буйынса билдәләнәсәк: «Иң яҡшы төбәк гәзите» (конкурстың төп номинацияһы), «Иң яҡшы аңлатма материал», «Иң яҡшы журналист тикшереүе», «Иң яҡшы фото», «Иң яҡшы акция», «Иң яҡшы редакция колонкаһы», «Иң яҡшы яңылыҡтар сайты», «Иң яҡшы балалар бите (йәки ҡушымтаһы)» һәм башҡалар. Бәйге шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бында урынлаштырылған.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса халыҡ-ара конференция үткәреләсәк. Еңеүсе тип табылған материалдар Рәсәй төбәк матбуғатында 2012 йылда донъя күргән иң яҡшы эштәр йыйынтығына инәсәк. Конференцияла ҡатнашыусылар шулай уҡ төбәк киң мәғлүмәт сараларының 2010 йылда баҫылған иң яҡшы мәҡәләләре йыйынтығын аласаҡ.

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн «Конкурста ҡатнашыу шарттары» бүлегенә инеп, барлыҡ инструкцияларҙы үтәргә кәрәк.

Заявкалар ағымдағы йылдың 31 ғинуарына тиклем ҡабул ителә.