8 декабрь, Кесе йома

29 декабрь 2012 йыл, 12:40

Латвияла «Башҡортостан — Балтия» бизнес-форумы үтәсәк

автор: Людмила Терновая

Латвияла 2013 йылдың февралендә «Башҡортостан — Балтия» бизнес форумы үтәсәк. Иҡтисади сара Башҡортостан делегацияһының сит илдәге хеҙмәттәштәрҙең ресторан бизнесы һәм туризм өлкәһендәге тәжрибәһен өйрәнеү, шулай уҡ Балтия төбәге менән хеҙмәттәшлек итеү механизмдарын булдырыу маҡсатында Латвияға визиты сиктәрендә ойоштороласаҡ. Сарала Латвия, Эстония һәм Литванан вәкилдәрҙең ҡатнашыуы көтөлә, улар 2014 йылға тиклем Балтия илдәрендә туризмды үҫтереү стратегиялары тураһында һөйләйәсәк.