Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың иң яҡшы табиптарына һәм уҡытыусыларына республиканың почетлы исемдәре бирелде

Йәмғиәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Указдары менән иң яҡшы табиптарға һәм уҡытыусыларға һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәләрендә юғары ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн республиканың почетлы исемдәре бирелде.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» исеменә Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы Лилиә Аҙнабаева, Өфө ҡалаһы ҡала округының 18-се клиник дауаханаһы табибы Лена Мәҡсүтова, Республика табип-физкультура диспансеры дәүләт автономиялы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы табибы Роберт Шәйхлисламов лайыҡ булды.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре» исеме Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы шәфҡәт туташы Нәйлә Ҡоҙаяроваға, Республика табип-физкультура диспансеры дәүләт автономиялы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы шәфҡәт туташы Наисә Йәнәхмәтоваға бирелде.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә түбәндәге педагогтар лайыҡ булды: Ғафури районы Мораҡ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең география уҡытыусыһы Нәйлә Абдуллина, Дыуан районындағы Республика лицей-интернатының башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәзилә Әхмәтханова, Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районында урынлашҡан 83-сө лицейҙың информатика уҡытыусыһы Александр Гильдин, Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Әмин Шәүәлиев.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» исеме Балтас районы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Фирҙәүес Рәхимовҡа бирелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть