4 декабрь, Йәкшәмбе

29 декабрь 2012 йыл, 12:00

2012 йылда Башҡортостанда 76 яңы киң мәғлүмәт сараһы теркәлгән

автор: Любовь Колоколова

Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса Идаралығы 2012 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.

Үтеп барған йылда Идаралыҡ 76 яңы киң мәғлүмәт сараһын, шул иҫәптән 41 гәзит, 17 журнал, бер йыйынтыҡ, 6 теле- һәм 8 радиоканал, бер мәғлүмәт агентлығы, берәр теле- һәм радиотапшырыу теркәгән.

«Киң мәғлүмәт саралары тураһында»ғы РФ законының 11-се статьяһы нигеҙендә 19 гәзит, өс журнал, 35 телеканал, 31 радиоканал, ике телетапшырыу ҡайтанан теркәлгән. 21 киң мәғлүмәт сараһының теркәү тураһындағы танытмаһына үҙгәрештәр индерелгән.

Ведомство сайтында хәбәр ителеүенсә, ағымдағы йыл дауамында ойоштороусылар ҡарарҙары буйынса 148 киң мәғлүмәт сараһының эшмәкәрлеге туҡтатылған.

Дөйөм Рәсәй киң мәғлүмәт саралары реестрына тейешле үҙгәрештәр индерелгән.