8 декабрь, Кесе йома

29 декабрь 2012 йыл, 11:35

БР Финанстар министрлығы бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген арттырыуға аҡса аласаҡ

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса төбәк программаһын өҫтәмә финанслауға 63,2 миллион һум күләмендә аҡса аласаҡ.

Федераль субсидия конкурс нигеҙендә бирелә. Конкурста ҡатнашыуға заявка һәм тейешле документтарҙы Рәсәй Финанстар министрлығына БР Финанстар министрлығы ла тапшырған.

Төбәктең Финанстар министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республика иң яҡшы күрһәткестәр буйынса төҙөлгән 15 субъект исемлегендә туғыҙынсы урында тора.

Федераль ҡаҙнанан төбәк бюджетына йүнәлтеләсәк субсидия автоматлаштырылған идара итеү системаһын индереүгә, электрон төрҙә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү сиктәрендә ведомство-ара килешеп эш итеүҙе үҫтереүгә һәм бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген артабан арттырыу буйынса башҡа сараларға тотоноласаҡ.