4 декабрь, Йәкшәмбе

29 декабрь 2012 йыл, 11:08

Зөһрә Рәхмәтуллина Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте

автор: Арина Рәхимҡолова

Дәүләт Думаһы депутаты, Мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина төбәк аҙналығы сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты.

Граждандар төрлө мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итте. Атап әйткәндә, Өфөнөң «Смена» кинотеатры коллективы ҡалала берҙән-бер балалар кинотеатры эшмәкәрлегендә килеп тыуған ауыр хәлде тикшереү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Бөгөнгө көндә бинаға капиталь ремонт талап ителә. Учреждениеға финанс ярҙам кәрәк, ул ябылыу хәүефе аҫтында тора. Шул уҡ ваҡытта кинотеатр социаль әһәмиәтле мәҙәниәт учреждениеһы булып тора, унда әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, йорт-интернаттарҙа тәрбиәләнгән һәм етем балалар өсөн хәйриә сеанстары ойошторола. Ошоно иҫәпкә алып, хаҡтар ҙа бында ҡиммәт түгел – 50 һумдан ашмай. Кинотеатрҙа балалар өсөн төрлө кисәләр, осрашыуҙар ойошторола.

Мөрәжәғәт иткән граждандарҙың барлыҡ һорауҙарын депутат үҙ контроленә алды. Улар ентекле тикшереләсәк, тейешле инстанцияларға запростар ебәреләсәк.