11 декабрь, Йәкшәмбе

29 декабрь 2012 йыл, 10:10

Шаран районында эшҡыуар туған мәктәбенә Яңы йыл бүләге яһаны

автор: Раил Мусин, Әлим Фәйезов

Дмитрий Тимерғәлин Шаран районының Иҫке Кичкинәш ауылында тыуып үҫкән. Унда ни бары йөҙгә яҡын кеше йәшәй. 1997 йылда Иҫке Тумбағош мәктәбен тамамлай. Эш эҙләп Мәскәүгә сығып китә. Маҡсатҡа ынтылышлы йәш егет баш ҡалала үҙенең бизнесын ойоштороп ебәрә. Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә Дмитрий Миңлегәрәй улының төрлө ҡаптар етештереү буйынса фирмаһы уңышлы эшләп килә. Унда нигеҙҙә Шаран районы кешеләре, шул иҫәптән ике ҡустыһы эшләй.

Яҡташыбыҙҙың ҙур ҡалала уңыштарға өлгәшеп, тыуған ауылын да онотмауы ҡыуаныслы. Атай-әсәйен, ауылдаштарын күрергә ул йыш ҡайта. Яңы йыл байрамдары алдынан эшҡыуар туған мәктәбенә өс ноутбук, принтер, уҡытыу таҡталары, демонстрациялау экраны, проектор, музыкаль үҙәк, спорт инвентары бүләк итте.

— Беҙҙең мәктәпте тамамлаған Дмитрийға оло рәхмәтлебеҙ, ул бүләк иткән барлыҡ әйберҙәр ҙә мәктәпкә бик кәрәк. Уҡыусылар бүләктәрҙе ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итте. Яҡташыбыҙға эшендә артабанғы уңыштар теләйбеҙ, — тине мәктәп директоры Владимир Шамшеев.