10 декабрь, Шәмбе

29 декабрь 2012 йыл, 9:48

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинатын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуға баһа бирҙе

автор: Эльмира Сабирова

Йома, 28 декабрҙә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышына урындағы спирт-араҡы заводында булды. «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы булған заводта быйыл ҙур яңыртыу эштәре үткәрелгән.

Республика Прездентына бында иген ҡабул итеү, уны һаҡлау һәм эшкәртеү буйынса автоматлаштырылған комплекс төҙөлөүе хаҡында һөйләнеләр. Рөстәм Хәмитов иген эшкәртеү күләмдәре менән ҡыҙыҡһынды. «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Николай Князев һүҙҙәренсә, яңыртыу эштәре үткәрелгәндән һуң предприятие тәүлегенә 180 тоннаға тиклем иген эшкәртә. Һатып алыу хаҡына килгәндә, бер тонна иген комбинатҡа 6800 һумға төшә.

Башҡортостан Президентына һөйләүҙәренсә, реконструкция сиктәрендә автоматлаштырылған ҡаҙанлыҡтың ҡеүте лә арттырылған. Шулай уҡ комбинатта йылғаға ағыҙыласаҡ һыуҙы таҙартыу буйынса заманса ҡорамалдар булдырылған. Заводты техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу буйынса барлыҡ ҡорамалдар үҙебеҙҙең илдә етештерелгән.

Производствола үткәрелгән яңыртыу эштәре комбинаттың етештереү ҡеүәтен тәүлегенә 3000 декалитр спирттан 7300 декалитрға тиклем арттырыу мөкинлеген биргән. Инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 700 миллион һум тәшкил иткән.