Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Әбйәлил районында йәш ғаиләләр торлаҡ сертификаттары алды

Иҡтисад

Әбйәлил районында 2011-2015 йылдарға иҫәпләнгән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү республика программаһы сиктәрендә йәнә ике ғаиләгә бала тыуғанда (уллыҡҡа алынғанда) социаль түләүҙәр алыуға танытмалар тапшырылды.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт ярҙамы Туйыш ауылынан Фәрит һәм Ләйсән Заллетдиновтарға, Әбделмәмбәт ауылынан Илдар һәм Ғәлиә Ҡарамырҙиндарға күрһәтелгән. Улар шул тәртиптә 220800 һәм 245100 һум күләмендә социаль түләүҙәр алған. Был средстволарҙы йәш ғаиләләр кредиттарҙы ҡаплауға тотонасаҡ.

Әбйәлил районында ағымдайы йылда әлеге программа сиктәрендә кредиттарҙы ҡаплауға социаль түләүҙәр йәмғеһе 12 йәш ғаиләгә бирелгән, уларҙың дөйөм суммаһы – 2 миллион 500 мең һум.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть