9 декабрь, Йома

29 декабрь 2012 йыл, 9:10

Республикала 2012 йылғы шәкәр сөгөлдөрө уңышынан 120 мең тонна шәкәр етештереләсәк

автор: Галина Бахшиева

Илдә булған 78 шәкәр заводының 27-һендә шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү тамамланған. Эште тамамлаған предприятиелар иҫәбендә Мәләүез һәм Раевка шәкәр заводтары ла бар.

Рәсәй Шәкәр етештереүселәр союзының һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә әлегә 4,382 миллион тонна шәкәр етештерелгән. Бер йыл элек был күрһәткес 4,513 миллион тоннаға тиң ине.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала 940 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған. 2012 йылғы уңышты эшкәртеү миҙгеле аҙағынаса 120 мең тонна шәкәр етештереү планлаштырыла.