Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Аҡ бөркөт – Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы символы

Йәмғиәт

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылының иң яҡшы эблемаһы һәм девизы проектына конкурсҡа йомғаҡ яһаны.

— Атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, «Башҡортостан» гәзитенең художество мөхәррире Нәсих Хәлисовтың эше иң яҡшыһы тип табылды. Эмблемала күккә ынтылған аҡ бөркөт төшөрөлгән, — тип һөйләне БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Нәсих Хәлисов хәбәр итеүенсә, эмблемала бөркөт осраҡлы ғына төшөрөлмәгән.

— Бөркөттәр йәшәү урыны итеп экологик яҡтан таҙа төбәктәрҙе генә һайлай. Эмблема фоны – тамсы. Ул республикабыҙ флагын символлаштырған өс төҫтән тора, — тип билдәләне еңеүсе.

Тирә-яҡ мөхите һаҡлау йылының иң яҡшы девизы түбәндәгесә яңғырай: «Иртәгәһе көнөбөҙҙө һаҡлайыҡ!» Уның авторы — Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть