5 декабрь, Дүшәмбе

28 декабрь 2012 йыл, 16:00

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәрҙәре сафы тулыланды

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Указдары менән «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеме татар телендә сыҡҡан «Өмет» республика йәштәр гәзите редакцияһы корректоры Альзира Альбуринаға, БР «Ҡариҙел» редакция-нәшриәт комплексы дәүләт унитар предприятиеһының хаттар бүлеге мөдире Зөлфәрә Зариповаға, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының радиотапшырыуҙар студияһы «Ашҡаҙар» ижади берләшмәһе етәксеһе Миләүшә Йәғәфәроваға бирелде.