Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Силәбелә Яңы йылды башҡортса ҡаршылайҙар

Йәмғиәт

Силәбе өлкәһенең Ш.Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһында Яңы йылды ҡаршылауға арналған кисә үтте. Китапханала ойошторолған башҡорт телен өйрәнеү буйынса курстарға йөрөгән һәр кеше туған телендә Яңы йылды ҡайҙа һәм нисек ҡаршылаясағы хаҡында һөйләне.

Ҡатнашыусылар араһында башҡорт телендә иң яҡшы ҡотлауға үҙенсәлекле ярыш ойошторолдо. Кисәгә килгән Ҡыш Бабай уларҙы иғтибар менән тыңлап, һәр береһенә бүләк тапшырҙы.

Сара күңелле уйындар, конкурстар менән байытылды. Байрам күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды, тип хәбәр иттеләр Силәбе өлкәһенең «Башҡорт Ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһынан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть