Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93 ↓

EUR 68.66 ↓

22 июль, Шәмбе

Уфа   °

Илеш районында мәктәп уҡыусылары Яңы йылға бүләккә компьютер класы алды

Йәмғиәт

Илеш районының Рсай ауылы мәктәбендә яңы компьютер класы асылды. Яңы йылға бындай бүләкте белем биреү учреждениеһына Өфө дәүләт нефть техник университеты яһаны.

Был балалар өсөн генә ҡыуаныслы ваҡиға түгел, уҡытыусылар ҙа яңы компьютер класына сикһеҙ шат. Хәҙер ауыл мәктәбендә белем биреү кимәле ярайһы уҡ күтәреләсәк, сөнки уҡытыусылар уҡытыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү программаларын ҡуллана аласаҡ.

— Юғары уҡыу йортона яҡшы әҙерлекле, һәр яҡлап үҫешкән абитуриенттарҙың килеүен теләйбеҙ, — тине университет ректоры Айрат Шаммазов. – Өфө дәүләт нефть техник университетын Илеш рйонынан йәмғеһе 300-ҙән ашыу кеше тамамлаған, бөгөн 117 студент белем ала.

Уҡыусылар ҡунаҡтар өсөн матур концерт күрһәтте, мәктәптең презентацияһын үткәрҙе. Артабан балалар өсөн Илеш районы студенттары менән онлайн режимда аралашыу ойошторолдо.

Рсай мәктәбендә бөгөн 91 бала белем ала. Мәктәп директоры Айҙар Фаршатов һүҙҙәренсә, киләһе йылда уҡыусылар һаны артасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть