9 декабрь, Йома

28 декабрь 2012 йыл, 12:09

Баш ҡаланың Дим районында яңы микрорайон төҙөләсәк

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң Дим районында Ухтомский, Дағстан һәм Магистраль урамдары менән сикләнгән территорияла заманса микрорайон төҙөлә башлаясаҡ. Был территорияны планлаштырыу һәм межалау проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙарын Өфө ҡала Советы депутаттары үткәрҙе.

Тыңлауҙарҙа микрорайонда йәшәгән 80-дән ашыу кеше ҡатнашты. Сығыш яһаусылар проектҡа ыңғай баһа бирҙе.

Кварталды үҙләштереү торлаҡ төҙөлөшөн генә түгел, инфраструктураны үҫтереүҙе лә күҙ уңында тота. Бала баҡсаларында урынар етешмәү, үҫешкән инфраструктураның булмауы бөгөн был территорияның төп проблемаһы булып тора. Кварталда почта бүлексәһе, банктар, көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары юҡ. Шулай уҡ машина ҡуйыу урындары етешмәй.

Проекттың баш архитекторы, «Башпроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиле Ирина Свитская һүҙҙәренсә, барлыҡ был мәсьәләләр кварталды үҙләштереү барышында хәл ителәсәк. Барактар, ике ҡатлы йорттар һәм иҫке гараждар һүтеләсәк, уларҙың урынында 9-16 ҡатлы йорттар, 140 һәм 180 урынлыҡ ике бала баҡсаһы, 1200 кешегә иҫәпләнгән мәктәп һәм спорт үҙәге ҡалҡып сығасаҡ. Микрорайонда яңы балалар майҙансыҡтары булдырыласаҡ.

Шулай уҡ микрорайонда банк, почта бүлексәһе, магазиндар, көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиеларын булдырыу планлаштырыла. Бынан тыш, квартал территорияһында 350 машинаға иҫәпләнгән күп ҡатлы машиналар ҡуйыу урыны төҙөләсәк, йәнә 400 машинаны ер өҫтөндәге парковкалау урындарына ҡуйып буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән.